+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
5 Апрель 2022, 09:05

Стәрлеләрҙән үрнәк алығыҙ!

Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат - лицейҙың VIII “А” синыфы уҡыусылары беҙгә бына нимәләр яҙа: “Йәншишмә” гәзитен йыл да алдырабыҙ һәм яратып уҡыйбыҙ. Уның һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Тәрбиәсебеҙ Зөлфиә Сәфәрғәли ҡыҙы Сәйфуллина менән бергәләп мәҡәлә, шиғырҙар яҙабыҙ.

Стәрлеләрҙән үрнәк алығыҙ!
Стәрлеләрҙән үрнәк алығыҙ!

Улар гәзиттә баҫылып сыҡһа инде, шатланып бөтә алмайбыҙ. Яңыраҡ синыфташтарыбыҙҙың яҙғы каникул көндәре хаҡында яҙғандарын  уҡып,бергәләп ҡыуандыҡ. Гәзит беҙгә ныҡ оҡшай. Кемдәр “Йәншишмә” гәзитен алдырмай, әйҙәгеҙ, яҙылығыҙ, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ, дуҫтар!”

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: