+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
13 Апрель 2022, 10:00

Бәлки, төп приз миңә эләгер?

Синыфыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы Ҡаһарманова «Йәншишмә»гә яҙылырға тәҡдим иткәс, беҙ ихлас риза булдыҡ. Гәзит алдырыуҙың яҡшы бонусы ла бар икән: уйында ҡатнашып, бүләк оторға мөмкин. Төп приз – велосипед. Шәп тә ул!

Бәлки, төп приз миңә эләгер?
Бәлки, төп приз миңә эләгер?

Мин дә дуҫтарым менән почта бүлегенә барып, ярты йылға «Йәншишмә»гә яҙылып ҡайттым. Ҙур түҙемһеҙлек менән отош уйынын көтә башланыҡ. Бәлки, миңә бәхет йылмайыр һәм төп бүләкте отормон, тип өмөтләндем.
Уйын үтте. Беҙҙең синыфтағы беребеҙгә лә был юлы бәхет йылмайманы. Беләһе­геҙ­ме, бер ҙә күңелебеҙ төшмәне. Уның ҡарауы, тиҫтерҙәремдең матур-матур ижад емештәрен уҡып ҡыуанабыҙ. Гәзит ныҡ оҡшай.
Бына әле «Йәншишмә»гә 2022 йылдың икенсе яртыһына ла яҙылырға уйлайым. Отош уйынында ла ҡатнашасаҡмын. Кем белә, бәлки, был юлы төп приз миңә эләгер?

Азамат ШӘҒӘЛИН,
VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: