+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
16 Апрель 2022, 21:00

Наҙгөл дә ҡыуана

 Салауат районы Янғантау мәктәбенең VI “А” синыфы уҡыусыһы Наҙгөл Фәтихова – иманлы, мөләйем, изгелекле ҡыҙ. Ғаиләләрендә биш бала тәрбиәләнә. Ул әсәһенә бәләкәй туғандарын ҡарарға, өй эштәрендә лә ярҙам итә. Әҙәби китаптар уҡырға ярата, бәләкәй туғандарына әкиәттәр һөйләй.

Наҙгөл дә ҡыуана
Наҙгөл дә ҡыуана

Ата-әсәһе иманлы булғас, өлкән апаһы Элина менән ураҙа тоталар. Уларға гәзит-бүләкте мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина яҙҙыртҡайны.

Әле Наҙгөл уҡытыусыһы бүләк иткән гәзит квитанцияһы  менән фотоға төшкән. Ул: “Уҡытыусыбыҙға ҙур рәхмәт, минең яратҡан гәзитемде бүләк иткәне өсөн. Беҙ ғаиләбеҙ менән уға һаулыҡ теләйбеҙ. Был бүләккә ныҡ  ҡыуандыҡ ”, – тип яҙа.

Маладис, Наҙгөл! Шатланып “Йәншишмә”не уҡырға яҙһын, үҙең дә беҙгә яҙышып тор, йәме!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: