+28 °С
Болотло
VKOKМакс

«Йәншишмә»не көтөп алабыҙ

Туймазы ҡалаһынан 60 саҡрым алыҫлыҡта булған бәләкәй генә ауылда йәшәйбеҙ. Уның 31 уҡыусы ғына белем алған бәләкәй генә мәктәбе лә бар.

Хәлдәребеҙ шәп кенә. Күңелле йәшәйбеҙ, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашабыҙ. Призлы урындар яулайбыҙ. Әйткәндәй, башҡорт теленә арналған марафонда еңеүсе уҡыусыларыбыҙ район баш­ҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Бының өсөн ныҡ ҡыуандыҡ. Марафонда әүҙем ҡатнашыусылар өсөн тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ла ҡыҙыҡлы булды.
Ҡарамалы-Ғөбәй почтаһында эшләгән апай­ҙарға рәхмәт әйтәбеҙ. Улар ярҙамы менән 2 дана «Йәншишмә»гә һәм 4 дана «Аҡбуҙат»ҡа яҙылдыҡ. Хәҙер бына был гәзит менән журналды рәхәтләнеп уҡыйбыҙ. Донъялар имен булһын, яратҡан баҫмаларыбыҙ килеп торһон!


Нурия ЗАҺИҘУЛЛИНА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Туймазы районы, Соҡаҙыбаш мәктәбе.

"Йәншишмә"не көтөп алабыҙ
"Йәншишмә"не көтөп алабыҙ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас