+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Һәр баҫманың үҙ йөҙө, уҡыусыһы

Бер мәл беҙгә ейәне менән ҡунаҡҡа килгән өләсәй тиктормаҫ баланың “Йәншишмә” гәзитендәге һүрәттәрҙе иғтибар менән ҡарап ултырыуын күрҙе лә: “Ҡайһылай сағыу төҫлө, матур булып сыға ул. Әллә яҙылырға инде?! Ҡыҙымдың ҡыҙҙары килгәндә лә уҡырҙар ине”, - тине.

 “Аҙна һайын сыға. Ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле гәзит”, - тип мин дә яҙылырға өгөтләй башлағас, тормош иптәшем: “Һин ҡайҙа эшләйһең ул?” – тип мут ҡына йылмайып ҡуйҙы. “Шоңҡар”ҙа эшләп, икенсе баҫмаға яҙылырға өгөтләйһеңме?” – тигән һыны ине инде. “Беҙ буласаҡ уҡыусыларыбыҙҙы, ваҡытлы матбуғатҡа ҡарата булған ҡыҙыҡһыныу, һөйөүҙө шулай бала саҡтарынан уҡ тәрбиәләргә тырышабыҙ”, - тип яуап бирҙем. Был хаҡта “Instagram”да элекке уҡытыусым, әлеге ваҡытта “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе Луиза Риф ҡыҙы ойошторған “Замандаштарҙы уҡыйбыҙ” проектында ла ошо уҡ фекерҙе әйткән инем: “Башҡорт әҙәбиәтен быуаттарҙан быуаттарға тоташтырып, яҡты бер нур булып уҡыусыһының күңеленә һәр осорҙа килеп тулған йөҙәр йыллыҡ тарихы бар. Хәҙер ҙә замандаштарыбыҙ тарафынан төрлө темаға ҡағылышлы ижад емештәре даими баҫылып тора. Арабыҙҙа, бәлки, кемде, нимә уҡыйым икән, тип аптыраусылар ҙа барҙыр...
Тарих менән мауыҡһаң, Ғайса Хөсәйенов (“Ҡанлы илле биш”, “Алдар батыр Ҡиссаһы”, “Пугачев фельдмаршалы”), Мирас Иҙелбаев (“Юлай улы Салауат”, “Иҙел йорт”), Булат Рафиҡов (“Ҡараһаҡал” һ.б.) әҫәрҙәре менән таныш. Тормошҡа реаль күҙлектән бағырға теләһәң, Талха Ғиниәтуллин (“Тау артында ниҙәр бар?”, “Туннель”, “Баҙ” һ.б.), Әмир Әминев (“Йондоҙ сәскә”, “Сөңгөл”, “Бер кәмәлә” һ.б.) әҫәрҙәре ҡул аҫтында булһын. Дингә тартылһаң - Лира Яҡшыбаева (“Мөжәүир хәҙрәт” һ.б.); эшҡыуарлыҡ тураһында кәрәкһә, Флүр Ғәлимовтың (“Яңы башҡорт”, “Аҙғын тәүбәһе”) китаптары ярҙамға килер; тәбиғәткә яҡын булғың килһә, Ноғман Мусин (“Һуңғы солоҡ”, “Мәңгелек урман” һ.б.), Сабир Шәриповтың (“Ҡолонташ” повесы һ.б.) повесть-романдары иң шәбе. Мәңгелек ҡиммәттәрҙең, әҙәм балаһының был донъяға килеүенең асылын, кешенең күңел торошон аңлағың килһә, Мөнир Ҡунафин (“Тәңре өрөк ҡапҡанда”, “Йөҙөп барғанда, ти, аттар диңгеҙҙә...”, “Шаҡмаҡ ҡояш” китаптары), Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина (“Йәшәргә ваҡыт”, “Һөйөүем доғаһы” китаптары) өҫтәл китабыңа әйләнһен. Гүзәл заттар тураһында күберәк белгең килһә, уларҙың күңел торошон аңларға тырышһаң, Мәрйәм Бураҡаева (“Көҙгө ысыҡ” китабы), Таңсулпан Ғарипова (“Бөйрәкәй” романы, һ.б.), Гөлнур Якупова (“Ҡатындар” трилогияһы, “Йыртҡыс ҡаны” повесы һ.б.), Рәйлә Сабитова (“Артыҡбикә”, “Иркә малай” һ.б.), Миләүшә Ҡаһарманова (“Күңелем йылы теләй” китабы һ.б.), Нажиә Игеҙйәнова ("Тәҡдир" китабы һ.б.), Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева китаптарын ҡулыңа ал. Ысынбарлыҡтан саҡ ҡына ситләшеберәк торһаң Булат Рафиҡов, Фәниҙә Исхаҡова (“Кеше-күсермә” китабы) әҫәрҙәре фәнтәзигә сәйәхәткә алып сығыр. Йылмайып-көлөп, гелән күтәренке кәйефтә ҡалам тиһәң, Марат Әминев (“Фатиха” китабы), Венер Исхаҡовтарҙың (“Өй эйәһе” китабы) ижадын үҙ ит. Хәйҙәр Тапаҡов (“Алыҫтағы йондоҙ яҡтыһы” китабы һ.б.), Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай (“Үрелеп алған алма” һ.б.) әҫәрҙәрен уҡыһаң был донъяны тик яҡшылыҡ ҡына ҡотҡарасағына тағы ла бер ҡат инанып изге эштәргә дәртләнерһең. Йәш быуын менән бер тулҡында булам тиһәң Тәскирә Даянова (“Ышан, урман!”, “Бәпембә” һ.б.), Айгиз Баймөхәмәтов (“Ҡалдырма, әсәй!”, “Урам балалары”, “Алдаҡсы” повестары һ.б.), Гөлнара Мостафина (“Йәйҙең дүрт айы” һ.б.) әҫәрҙәрен балаларың менән бергәләп уҡы.
Ғөмүмән, аңлы, зиһенле, тәрбиәле балалар үҫтереп, киләсәктә үҙеңә бәхетле ҡартлыҡ теләһәң, бөгөндән үк уларҙы “Аҡбуҙат”ҡа атландырып, “Йәншишмә”нең мәңге саф һыуынан ауыҙ иттерергә ашыҡ. Шул саҡта, киләсәктә улар “Аманат”тарына ла тоғро ҡалырҙар, егеттәр “Башҡортостан ҡыҙы”на ғына өйләнеп, һылыуҙар улар булған ерҙә генә “Тамаша” ҡылыр. “Йәшлек”тәрендә йәшнәп, “Башҡортостан”ым тип янып, “Ватандаш”ы өсөн яуаплылыҡ тойоп йәшәрҙәр. Күккә “Шоңҡар”ын да сөйөрҙәр, “Ағиҙел”де лә иңләрҙәр...”.
Ысынлап та, республикала баҫылған һәр баҫманың үҙ йөҙө, үҙ уҡыусыһы бар. Башҡорт матбуғатын бергәләп үҫтереүҙә, таратыуҙа әүҙем булайыҡ, дуҫтар! Ә хикәйә, мәҡәләләремде һәр ваҡыт баҫтырып торған “Йәншишмә” гәзитенә рәхмәт!

Рәзинә Зәйнетдинова.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас