

Шул саҡ мин ошо шишмәне оло Ағиҙел, илемдең төньяҡ-көнбайышында иңләп-буйлап аҡҡан Ҡариҙелгә, үҙебеҙҙең Төй менән Сарс йылғаһына тиңләнем. Күңелем тулып китте. Һыу тамсыһындай уйҙарым һикерешә-бейей... Тереһыу шишмәһе селтер-селтер килеп әле лә халҡына хеҙмәт итә. Ошо шишмә Урал батырҙың әмере менән әлегесә аға ла аға. Бөтә донъяға тереклек һибеп, һыуһаған юлсыларға һыу эсереп, ҡороған, үлеп барған ергә йәм өҫтәп, мәңге аға. Мин, һис шикһеҙ, Урал тауҙарын еребеҙҙең мөғжизәле бер урыны, тип иҫәпләр инем. Урал батыр үҙе ошо мөғжизәне тыуҙырған бит, ә бындай ерҙәргә һаҡсыл булырға кәрәк!
Әҙәбиәт тормош дәреслегеме бөгөн? Кеше был донъяла терәкһеҙ йәшәй алмай. Уға ниндәй ҙә булһа терәк кәрәк. Әҙәбиәт тә донъяны танып белеүҙә ҙур роль уйнайҙыр, тип уйлайым. Әҙәби китаптарҙы күберәк уҡыған һайын тормош, йәшәйеш тураһында күп уйланаһың. Халҡыбыҙҙың аҫыл ҡомартҡыһы – эпостарҙың бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланып килеп етеүе лә үҙе бер мөғжизә.
Боронғолоҡто белгән һайын йәшәйештең бик күп серҙәре асыла бара, әҙәбиәт донъяһына сумған һайын ғүмерҙең ни тиклем ҡиммәт икәнен беләһең.
Роза БАҘАЛБАЕВА.
Асҡын районы.
Сығанаҡ: «Ағиҙел» журналы. №4, 2011 йыл. Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезы алдынан иншалар бәйгеһенә йомғаҡлау.
Хаят Йөрмөхәмәтова коллажы.