+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
21 Августа 2022, 06:00

Аҡ юл һиңә, Әҙилә!

Әҙилә Аҙнабаева беренсе синыфҡа барырға йыйына. Ул Ауырғазы районы Талбазы  башҡорт гимназияһында уҡыясаҡ.  Әҙилә күптән мәктәпкә әҙер.

 Ашҡынып Белем байрамын көтә икән. Беренсе уҡытыусыһы – Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.

Ҡотлайбыҙ, Әҙилә!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Конкурста ҡатнашыусы (ата-әсәһе, өләсәһе, туғаны) «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға бүләк-гәзит эшләй. Шунан яҙылыу квитанцияһының күсермәһен, артабан буласаҡ уҡыусы тураһында яҙып, редакцияға фотоһы менән ебәрергә кәрәк. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы  https://vk.com/club45440006  төркөмөбөҙҙә булмаһа, рәхим итегеҙ!

Бәйгелә иң күп лайыҡ йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшыраласаҡ!

Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ!

Аҡ юл һиңә, Әҙилә!
Аҡ юл һиңә, Әҙилә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас