+17 °С
Дождь
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
23 Августа 2022, 08:05

Ҡотлайбыҙ, Таһир!

Таһир Рәхимов Ауырғазы районының йәмле ауылдарының береһе Солтанморатта йәшәй. Ул тиҙҙән I синыфҡа барасаҡ. Таһир үҙ туған телен яҡшылап өйрәнеү өсөн Талбазы башҡорт гимназияһын һайлаған.

Ҡотлайбыҙ, Таһир!Ҡотлайбыҙ, Таһир!
Ҡотлайбыҙ, Таһир!

 – Таһир – бик теремек малай. Бер минут та тик торорға яратмай: шуҡ малай яратҡан уйынсыҡтары менән уйнап та ала, олатаһы менән малды ҡарарға ла өлгөрә. Тағы ла футбол менән дә мауыға.

Ул күптән мәктәпкә әҙер. Ашҡынып 1 сентябрь – Белем көнөн көтә. Таһирға үҙе уҡыясаҡ гимназия ла, беренсе уҡытыусыһы Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова ла бик оҡшай.

Аҡ юл һиңә, улым! – тип һөйләй әсәһе Сулпан Рәхимова.

Афарин, Таһир!

Мәктәпкә барасаҡ Таһирға әсәһе гәзит-бүләк эшләгән. Бик хуп!

Ҡотлайбыҙ, Таһир!
Ҡотлайбыҙ, Таһир!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас