

Асия беренсе синыфҡа Талбазы башҡорт гимназияһына барасаҡ. “Минең буласаҡ беренсе уҡытыусым Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова Лилиә апайымды ла уҡытҡан”, – ти ул шатланып.
Ҡалай һәйбәт! Былай булғас, апаһына оҡшап, Асия ла уҡыуҙа һынатмаҫ әле.
Тиҙҙән әсәһе бүләк иткән “Йәншишмә” гәзитен дә уҡый башлар, Алла бирһә!
Аҡ юл һиңә, Асия!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:конкурста ҡатнашыусы (ата-әсәһе, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) "Йәншишмә" баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға бүләк-гәзит эшләй. Шунан яҙылыу квитанцияһының күсермәһен, артабан буласаҡ уҡыусы тураһында яҙып, редакцияға фотоһы менән ебәрергә кәрәк. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.
Әгәр конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, рәхим итегеҙ!
Бәйгелә иң күп лайыҡ йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшыраласаҡ!
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ!