+10 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
24 Августа 2022, 07:04

«Йәншишмә»не бергәләп сығарайыҡ!

Ҡәҙерле уҡыусылар!  Атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар, тип тә өндәшәбеҙ. Сөнки «Йәншишмә» гәзитенең төркөмөндә өлкән дуҫтарыбыҙ күп. Әйҙәгеҙ, республика балалар гәзитен бергәләп сығарайыҡ. Нимә әйтергә теләйбеҙме?

Уҡыусылар үҙҙәре өсөн сығарылған баҫма менән нығыраҡ дуҫлашһын ине, тибеҙ. Гәзиттең һәр һанында балалар ебәргән хәбәрҙәр, уларҙың шиғырҙары, хикәйә, һүрәттәре күберәк баҫылһа, уны уҡыуы үҙҙәренә тағы ла ҡыҙығыраҡ булыр ине. Шулай түгелме ни? Республикабыҙҙа 1 мең 300-гә яҡын белем усағы бар, уларҙа 509 мең бала уҡый. Тимәк, һәр бер мәктәп «Йәншишмә»гә яҙылһа ла, тираж шунда уҡ 1 мең 300 булыр ине. Быныһы икенсе бер мөһим мәсьәлә, әлбиттә. Ә бит һәр белем усағында иншалар яҙырға яратҡан, ижадҡа ынтылған ҡыҙҙар һәм малайҙар бар. Эйе, хәҙер интернетта ла яҙып була. Әммә ташҡа баҫылған юғалмай һәм мәҡәләң сыҡҡан гәзитте портфолиоңа һалып була. Уҡырға ингәндә ярҙамы тейәсәк.

Икенсенән, яҙышыу бер кемгә лә ҡамасауламай. Киреһенсә, фекереңде матур итеп еткерә белергә өйрәнәһең. Уҡыусылар, иншаларығыҙҙы, яңылыҡтарығыҙҙы, үҙегеҙҙе борсоған күренештәр тураһында хәбәрҙәрегеҙҙе ебәреп тороғоҙ. Редакция менән бәйләнеш тоторға ниәтегеҙ булһа, һеҙҙе уҡытыусыларығыҙ ҙа, атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә хуплар, моғайын. Ә беҙ иһә беренсе сиратта ярҙам итербеҙ.

Һуңғы осорҙа һеҙҙән хаттар һирәк килә: каникул йоғонтоһомо икән? Әллә редакцияның электрон адресын юғалттығыҙмы? Ул үҙгәрҙе шул. Редакцияның яңы электрон адресы - yanshishma02@yandex.ru   Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!

Автор фотоһы.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас