-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
30 Август 2022, 15:09

Аяз ҡустым уҡырға бара!

Минең ҡустым Аяз да быйыл Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалына I синыфҡа уҡырға бара. Бергә уҡырға йөрөрбөҙ, дәрес әҙерләрбеҙ, тип, мин дә ҡыуанам. 

Аяз ҡустым уҡырға бара!
Аяз ҡустым уҡырға бара!

Ғаиләбеҙҙә - өс бала булғас, ҡустыма биштәрҙе хөкүмәттән бүләк иттеләр. Беҙҙең бәләкәй генә ҡустыбыҙ бар. Исеме - Нияз, 9 айлыҡ ҡына әле. 

Аяз ҡустым уҡырға барыуына ныҡ ҡыуана. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә яҙырға, хәрефтәрҙе танырға өйрәнде. 100-гә тиклем һанай, һүрәт төшөрөргә ярата. Тыныс, ипле генә ул минең ҡустым.

Белорет ҡалаһына барып, матур-матур кейемдәр, кәрәк-яраҡ алып ҡайттыҡ. Мәктәпкә әҙербеҙ. Мин үҙем II синыфҡа барам, уҡыуҙы һағынып көтөп алдым. Аяз да һынатмаҫ әле.

Атайым менән әсәйем "Йәншишмә" гәзитенә яҙҙырҙы, уны ла уҡып барырбыҙ.

Ынйы ШАҺИМӘРҘӘНОВА.

Бөрйән районы,

Мәһәҙей ауылы.

Фото:web.whatsapp.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: