+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
30 Август 2022, 12:25

Нәзилә, ҡотлайбыҙ!

Нәзилә Һибәтуллина шатланып тәүгә уҡырға барасаҡ. Беренсе уҡытыусыһы Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы Щеклееваны ла һағынып бөттө. Сөнки Нәзилә мәктәптең әҙерлек синыфына йөрөгәндә үк уға ныҡ өйрәнгәйне. Ҡыҙыҡайға уҡытыусыһы ныҡ оҡшай. Ул Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияға барасаҡ.

Нәзилә, ҡотлайбыҙ!
Нәзилә, ҡотлайбыҙ!

Нәзилә матур итеп йырлай, бҽйҽй һәм һүрәт төшөрә. Бәләкәй саҡтан мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа әүҙҽм ҡатнашып килә. Нәзилә "Тирмәкәй" балалар баҡсаһына йөрөгән. Унда үткәрелгән сараларҙан да ситтә ҡалмаған.

Ҡағыҙ һәм пластилиндан төрлө ҙур һындар эшләргә әүәҫ. Дуҫтарына ҡағыҙҙан матур-матур бүләктәр әҙерләй.

Нәзилә әкиәт, шиғырҙар ҙа уҡырға белә.

Район кимәлендәге "Һәләтле балалар – 2022" Бөтә Рәсәй конкурсында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәр араһында еңеүсе булған. Шулай уҡ төрлө  ижади конкурстарҙа ла ҡатнашып, бик күп Маҡтау ҡағыҙына эйә. Ҡалай маладис!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) "Йәншишмә" баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә.  Аҙаҡ яҙылыу квитанцияһының күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булһын. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы  https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.

Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!

Дуҫтар, беҙҙең электрон почта үҙгәрҙе.  "Йәншишмә" гәзитенә юллаған хаттарығыҙҙы яңы [email protected] адресы буйынса көтәбеҙ.

 

Нәзилә, ҡотлайбыҙ!
Нәзилә, ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: