+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
31 Август 2022, 16:25

Аҡ юл һиңә, Нурзилә!

Нурзилә Бикбаева ла иртәгә тәүге тапҡыр белем донъяһына аяҡ баҫа. Ниндәй шатлыҡлы көн! Ул Ейәнсура районының Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәпкә барасаҡ. Уҡытыусыһы – Татьяна Сергеевна Новикова.

Аҡ юл һиңә, Нурзилә!
Аҡ юл һиңә, Нурзилә!

 Ә гәзит-бүләкте Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһының  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма  Фәйзулла ҡыҙы Баймырҙина бүләк итте. Шәп!

Нурзилә, ҡотлайбыҙ!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) "Йәншишмә" баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә.  Аҙаҡ яҙылыу квитанцияһының күсермәһен (МОТЛАҠ КВИТАНЦИЯ КҮСЕРМӘҺЕН) һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булһын. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы  https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.

Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!

Дуҫтар, "Йәншишмә" гәзитенә юллаған хаттарығыҙҙы яңы [email protected] адресы буйынса көтәбеҙ.

Аҡ юл һиңә, Нурсилә!
Аҡ юл һиңә, Нурсилә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: