+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
31 Август 2022, 13:00

Һеҙҙең өйөгөҙгә “Йәншишмә” киләме?

Ә бына Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбенең IV cиныф уҡыусыһы Ирхан Таһировтарҙың өйөнә “Йәншишмә” гәзите менән  “Аҡбуҙат” журналы гел килә. Ирханға гәзитте ике ҡартәсәһе бүләк итеп яҙҙыртта шул. Афарин! Өләсәй, ҡартәсәй – ул ейән-ейәнсәрҙәр яҙмышында ҙур роль уйнаған иң мөһим Кеше. Атай-әсәй эштән бушай алмаған ваҡытта, балалар ышаныслы өләсәйҙәр ҡулына күсә. Бәхетле ҡартәсәй Фәүзиә Хәкимйән ҡыҙына һәм Миңзәлә Әҙеһәм ҡыҙына һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Гел шулай йомарт һәм изгелекле булып ҡалығыҙ!

Һеҙҙең өйөгөҙгә “Йәншишмә” киләме?
Һеҙҙең өйөгөҙгә “Йәншишмә” киләме?

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн – гәзит-журналдарға 2023 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыуҙың һуңғы көнө. Кемдәр өлгөрмәгән,  “Йәншишмә” гә арзан хаҡҡа яҙылып ҡалырға була. Әйҙәгеҙ, яратҡан гәзитебеҙгә яҙылып ҡуяйыҡ.

“Йәншишмә”гә 1 айға яҙылыу хаҡы – 93 һум 91 тин, өс айға – 281 һум 73 тин, ярты йылға – 563 һум 46 тин.

Индексыбыҙ – П2765.

 АВТОР ФОТОҺЫ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: