-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
6 Сентябрь 2022, 15:25

Ҡотлайбыҙ, Самира!

Самира Кирәева Өфөләге 161-се лицейҙың I “П” синыфында уҡый. Беренсе уҡытыусыһы – Лилиә Садиҡ ҡыҙы Кәлимуллина.

Ҡотлайбыҙ, Самира!
Ҡотлайбыҙ, Самира!

Самира мәктәпкә шатланып барҙы. Сөнки балалар баҡсаһына бергә йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар менән бергә уҡый икән. Самира мәктәпкә тиклем уҡырға өйрәнгән. Матур итеп шиғырҙар һөйләй. Бейергә, йырларға ярата. Бәләкәйҙән гимнастика менән шөғөлләнә. Ул “Рио-фитнес” спорт клубына йөрөгән.

Афарин, Самира, уңыштар теләйбеҙ, “бишле”гә генә уҡы, йәме!

"Йәншишмә”беҙҙең "Бәйләнештә"ге социаль төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсы ойошторҙо. Әле конкурс 20 сентябргә тиклем дауам итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) "Йәншишмә" баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә.  Аҙаҡ яҙылыу квитанцияһының күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булһын. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы  https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.

Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!

Дуҫтар, "Йәншишмә" гәзитенә юллаған хаттарығыҙҙы яңы [email protected] адресы буйынса көтәбеҙ.

Ҡотлайбыҙ, Самира!
Ҡотлайбыҙ, Самира!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: