+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
11 Сентябрь 2022, 14:00

Ҡотлайбыҙ, Әлфиә!

Әлфиә Шафиҡова 1 сентябрь көнөн түҙемһеҙләнеп көткән. Шулай булмай ни, ул бит быйыл  I синыфҡа барҙы! Ул – Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының уҡыусыһы. Беренсе уҡытыусыһы – Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы.

Ҡотлайбыҙ, Әлфиә!
Ҡотлайбыҙ, Әлфиә!

Әлфиәгә әле 6 ғына йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул инде күптән хәрефтәрҙе таный, уҡый-яҙа белә. Уға   Байрас ағаһы өйрәтә, “дәрестәр” бирә. Әлфиә үҙе лә бик тырышып өйрәнә. Әле үк  үҙе теләп, инглиз телен өйрәнә башлаған. Уға бик оҡшай, тиҙерәк инглизсә һөйләшкеһе килә.

Быйылғы йыл Әлфиә өсөн бик ҡыуаныслы булған. Сөнки яҙ башынан ике тәгәрмәсле велосипедта йөрөргә өйрәнгән икән. Йәй буйы ауылда дуҫтары менән рәхәтләнеп  сәпиттә йөрөгән. Тағы ла йөҙөргә өйрәнгән әле өлгөр ҡыҙыҡай. Йәй буйы йәмле Дим йылғаһында ағаһы менән йөҙгәндәр.

Әлфиә һүрәт төшөрөргә, пластилиндан төрлө һындар әүәләргә оҫта. Ул шуларҙы  көнө буйы  әүәләп ултырырға ла риза икән. Уның  тиҫтәләгән күҙ яуын алырҙай  ижад эштәре бар.

Әлфиәгә гәзит- бүләк  “Йәншишмә” не өләсәһе яҙҙыртҡан.

Афариндар!

Ҡотлайбыҙ, Әлфиә!
Ҡотлайбыҙ, Әлфиә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: