+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Сентябрь 2022, 12:30

Ҡотлайбыҙ, Нурислам!

Нурислам Вәлиев 1 сентябрь көнө I синыфҡа барҙы. Ул – Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының уҡыусыһы. Беренсе уҡытыусыһы – Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙы Хәсәева.

Ҡотлайбыҙ, Нурислам!
Ҡотлайбыҙ, Нурислам!

Йәй көнө олатаһы, өләсәһе янында ауылда рәхәтләнеп ял иткән. Магнитогорск ҡалаһынан килгән дуҫтары Данил, Әмир, Диана менән футбол, йәшенмәк, һәпәләк һәм башҡа уйындар уйнағандар. Шаярырға яратһа ла,етди ҙә була белә.

Мәктәпкә тиклем вокал, бейеү һәм каратэ түңәрәктәренә йөрөгән. Әле гимназияла ла бик күп ҡыҙыҡлы түңәрәктәр эшләй, ул шунда ла йөрөргә уйлап ҡуйған әле.

 Ә  гәзит-бүләкте Нурисламға Бөрйәндәге өләсәһе яҙҙыртҡан. Афарин!

Ҡотлайбыҙ, Нурислам!
Ҡотлайбыҙ, Нурислам!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: