+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
18 Сентябрь 2022, 14:30

Теләктәрең тормошҡа ашһын, Элина!

Элина Ғәлина – Салауат районы Малаяҙ башҡорт гимназияһының I “А” синыфы уҡыусыһы. Әлина башҡорт телендә матур итеп һөйләшә.  Шиғырҙар һөйләргә оҫта. Бәләкәй ҡустыһына әкиәт уҡый. Һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ. Ата-әсәһенең –  ҙур ярҙамсыһы ла. Беренсе уҡытыусыһы –  Рәлиә Вәрис ҡыҙы Хәкимова.

Теләктәрең  тормошҡа ашһын, Элина!
Теләктәрең тормошҡа ашһын, Элина!

 – Киләсәктә әсәйем кеүек уҡытыусы булырға хыялланам. Мәктәптә тик  “бишле” билдәләренә генә уҡырға вәғәҙә бирәм. Сөнки мәктәпкә уҡырға барғас, тырышып уҡырға кәрәк. Төрлө сараларҙа  әүҙем ҡатнашырға теләйем. Бының өсөн тырыш, сәмле булырға тейешмен. Тағы ла киләсәктә  шиғырҙар яҙырға теләгем бар. “Йәншишмә” гәзите аша  үҙемә яңы дуҫтар табырыма  ышанысым ҙур, – тип төплө яуап бирҙе  Элина. Маладис! Теләктәрең тормошҡа ашһын, аҡ юл, һиңә!

Теләктәрең  тормошҡа ашһын, Элина!
Теләктәрең тормошҡа ашһын, Элина!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: