+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
5 Октябрь 2022, 08:00

Әлдә һеҙ бар донъяла!

Уҡытыусылар, һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Уҡытыусы — ниндәй гүзәл исем! Ул балаларҙы оло тормошҡа әҙерләй. Ул белем донъяһына серле һуҡмаҡтар һала... “Йәншишмә” гәзитенең дә  иң тоғро  дуҫтары – уҡытыусылар. Эйе, республикабыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары гәзитебеҙҙе балалар алдырһын, уҡыһын өсөн тырышып эшләй. Улар йәш быуында туған телгә, башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларға һөйөү тәрбиәләй. Гәзит аша телебеҙҙең нескәлектәрен өйрәтеп, уҡыусылары араһынан йәш хәбәрселәр үҫтереүсе лә беҙҙең тоғро уҡытыусы-дуҫтарыбыҙ.

Әлдә һеҙ бар донъяла!
Әлдә һеҙ бар донъяла!

Бөгөн инде үҙҙәрен Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткергебеҙ килә.

Гәзитебеҙҙе таратыуҙа ярҙам иткән уҡытыусылар ҙа бар. Бына улар – Гөлфинур Ильясова (Төрөмбәт), Розалиә Йәлилова, Айгөл Һатлыҡова (Ауырғазы, Талбазы башҡорт гимназияһы), Әлнисә Алдырханова (Сибай ҡалаһы, интернат-гимназия), Зәлиә Буранғолова (Сибайҙағы 1-се мәктәп), Альбина Садиҡова (Өмөтбай), Зимфира Ғүмәрова (Билал), Таңсулпан Мусина (Темәс), Рәсимә Ишимова (Муллаҡай), Дилә Исхаҡова (Түбә), Яңылбикә Вәлишина (Кәрешкә),  Сәлхиә Йәнбирҙина (Баймағы интернат-лицей), Зөбәйҙә Тойғонова, Гөлгөнә Яҡшыбаева (Баймаҡтағы 4-се лицей), Лилиә Иҙрисова (Арҡауыл), Әлиә Ишбулдина (Янғантау), Индира Ҡазыханова, Гөлнур Байрамғолова (Малаяҙ, Салауат), Рәсимә Баязитова (Байназар), Сәйҙә Сәйәхова (Яуымбай, Бөрйән), Гүзәл Әхмәҙиева (Рауил), Римма Баймырҙина, Альбина Мулләхмәтова (Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия), Әлфиә Абдрафиҡова (Байым, Әбйәлил), Мәрхәбә Иғтисанова (Өйәҙетамаҡ), Ләлә Абзалова (Бишҡурай), Лира Ғиниәтуллина  (Иҫке Туймазы), Гөлмирә Бикбулатова (Туймазылағы 6-сы мәктәп), Руфина Камалова, Зөһрә Әхмәтова (Дүртөйлөләге Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы),  Эльнара Ғәзизова (Дүртөйлөләге 3-сө гимназия), Гүзәлиә Закирова (Исмаил, Дүртөйлө), Гүзәл Саҙретдинова (Ишҡар, Илеш), Сөмбөл Әсфәндиәрова, (Ҡаныҡай, Бишбүләк), Зөлфиә Сәйфуллина (Стәрлетамаҡтағы башҡорт интернат-лицей), Сәриә Шәмсетдинова (Салауаттағы 18-се мәктәп), Гөлкәй Аллабирҙина (Мораҡтағы 1-се мәктәп, Күгәрсен), Фәнгизә Нафиҡова, Гөлназ Садиҡова (3-сө гимназия), Сәриә Ишкинина (119-сы мәктәп, Өфө), Гөлназ Назарова (Татырүҙәк), Гөлнара Кәримова (Һамар), Фируза Иштәкбаева (Сиҙәм, Хәйбулла), Фәнүзә Хәлитова, Рузалиә Айҙарова (Яҡшымбәт, Көйөргәҙе), Сәриә Яруллина (Ҡыйғы, Иҫке Мөхәмәт), Зөлфиә Хәтиуллина (Сермән), Сәриә Ҡаһарманова (Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы), Ғилминур Хәйбуллина (Межгорьелағы 2-се мәктәп), Нәсимә Шәйәхмәтова (Илсеғол, Миәкә), Рәмзиә Зариповалар (Әлшәй, Раевка гимназияһы).

Беҙ уҡытыусылар араһынан дуҫтарыбыҙ тағы ла артыуын теләр инек. Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек, ижади уңыштар теләйбеҙ. Бергә булдыҡ, бергә булайыҡ, дуҫтар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: