+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
13 Октябрь 2022, 13:32

Илештәр "Йәншишмә"нән айырылмай

Әле генә Илештән гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы, элекке йәш хәбәрсебеҙ, башҡорт теле уҡытыусыһы Лариса Сәхибгәрәеванан матур хәбәр килде. 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына "Йәншишмә"гә яҙылғандар.

Илеш районы Йәйләү ауылы мәҙине Миңлеразый Баһманов һәм Исәмәт ауылының имам-хатибы Дәйсән Шәйхелисламовтар былтыр ҙа уҡыусыларға гәзитебеҙгә подписка бүләк иткәйне. Киләһе йылға ла райондың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюты менән Исәмәт мәктәбенә"Йәншишмә"гә яҙылғандар. Лариса Сәхибгәрәева үҙе лә йыл һайын гәзиткә яҙылып, редакция менән тығыҙ бәйләнештә йәшәй: йөкмәткеле мәҡәләләре баҫылып тора. Рәхмәт, Илеш районындағы дуҫтарыбыҙға! Ил төкөрһә, күл булыр, тигәндәй, бүтәндәр ҙә улар өлгөһөнә ҡушылһа, балалар гәзите йәшәр, Алла бирһә.

Фотола Лариса Рәмил ҡыҙын почта бүлексәһе етәксеһе Инна Вячеславовна Фаррахова менән күрәһегеҙ.

 

Илештәр "Йәншишмә"нән айырылмай
Илештәр "Йәншишмә"нән айырылмай
Илештәр "Йәншишмә"нән айырылмай
Илештәр "Йәншишмә"нән айырылмай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: