+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
13 Ноябрь 2022, 13:35

Беҙгә "Йәншишмә" гәзите лә килә

Беҙҙең 58-се балалар баҡсаһының 14-се әҙерлек төркөмөнә иң шәп, иң әүҙем ҡыҙҙар һәм малай­ҙар йыйылған. Улар бер саранан да ситтә ҡал­май. Күптән түгел генә Республика көнөн ҙурлап үткәр­ҙек, шиғырҙар һөйләнек, «Баш­­­ҡортостан» йырын йырланыҡ, башҡорт халыҡ бейеүен башҡар­ҙыҡ.

Беҙгә "Йәншишмә" гәзите лә килә
Беҙгә "Йәншишмә" гәзите лә килә

«Йәшерәм яулыҡ», «Тирмә» кеүек милли уйындарҙа ла ихлас ҡатнашты кескәйҙәр. Аҙаҡтан да оҙаҡ ҡына тәьҫирләнеп, онота алмайынса башҡорт моңдарын көйләп йөрөнөләр. Көҙ байрамы ла гөрләп уҙҙы беҙҙә.
Төркөмөбөҙгә «Йәншишмә» гәзите лә килә. Бының өсөн беҙ Туймазы районы Бишҡурай ауылын­да йәшәүсе йәш хәбәрсе Ландыш Рамаҙановаға рәхмәтлебеҙ. Ул беҙгә ярты йылға подписка бүләк итте. Хәҙер кескәйҙәрҙе «Йәншишмә»нең һәр һаны менән таныштырып барабыҙ. Ҡыҙҙар һәм малай­ҙарға сағыу һүрәттәр, әкиәттәр, шиғырҙар оҡшай. Айырыуса «Тирмәкәй» битен һағынып көтөп алалар.
Бына шулай «Йәншишмә» менән бергә үҫә кескәйҙәр.

Айһылыу ӘҘЕЛГӘРӘЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: