+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
19 Ноябрь 2022, 11:25

Мәсетлелә дуҫтарыбыҙ арта

Был фотола һеҙ Мәсетле районының Хөсәйен Фәтҡуллин исемендәге Дыуан-Мәсетле мәктәбенең уҡыусыларын күрәһегеҙ. Үҙҙәрен маҡтағы килә.

Мәсетлелә дуҫтарыбыҙ арта
Мәсетлелә дуҫтарыбыҙ арта

I cиныфтан Әзизә Ғәйнетдинова, Алтынай Исмәғилева, II синыфтан Илариә Абдрафиҡова, Нәзир Камалов, Эвелина Ғәйнетдинова, Айгүзәл Абдрахманова, III синыфтан Рамаҙан Әлхәйҙәров һәм IX синыфтан Фирҙәүес Мөхәмәтова алдағы йылға «Йәншишмә»­гә яҙылып ҡуйған. Мәктәп директоры Әнфисә Нуриәхмәт ҡыҙы Ғәйнетдинова ла гәзитебеҙҙе яратып уҡый икән.
– Беҙ «Йәншишмә» килгәнен көтөп алабыҙ. Быйыл да уға яҙылырға булдыҡ. Беҙгә ата-әсәләр һәр саҡ ярҙам итеп тора. Уларға ныҡ рәхмәтлебеҙ, – ти мәктәптең башлан­ғыс синыфтар уҡытыусыһы һәм китапханасыһы Вероника Рәшит ҡыҙы Әлхәйҙәрова.
Мәсетле яҡтарында дуҫтарыбыҙ артыуына шатбыҙ. Ә һеҙ гәзитебеҙгә яҙылдығыҙмы?

З. ИҪӘНДӘҮЛӘТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: