+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
23 Ноябрь 2022, 13:10

Гәзиткә яҙылдығыҙмы? Ана, Яҡшымбәттәрҙән үрнәк алығыҙ!

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең V синыф уҡыусылары синыф менән яратҡан “Йәншишмә” гәзитенә яҙылып та ҡуйған. Синыф етәксеһе Зилә Дамир ҡыҙы Түләкова балаларҙы гәзит менән ҡыҙыҡһындыра белә.  

Уҡыусылар синыф сәғәтендә “Йәншишмә” не ярыша-ярыша уҡый, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр буйынса фекер алыша. Шуға ла ҙур түҙемһеҙлек менән баҫманың һәр һанын көтөп алалар икән.

Афарин, бишенселәр! Һеҙ – күптәргә өлгө!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: