+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
7 Декабрь 2022, 10:30

Бүләк алып һөйөндөләр

Беҙ гәзитебеҙ уҡыусылары, сайтыбыҙҙағы, «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Йәншишмә» төркөмөндәге дуҫтарыбыҙ өсөн төрлө бәйгеләр ойоштороп торабыҙ. Бына әле яңыраҡ еңеүселәргә бүләктәр таратып ҡайттыҡ. Уларҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ!

Әбйәлил районының Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияһында беҙҙе беренселәр көтә ине. Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә «Беренсе синыфҡа барам» конкурсы уҙғарылғайны. Шул бәйгелә иң күп тауыш йыйып, I урынды игеҙәктәр Айназ һәм Илназ Минһажевтар яулаһа, ә III урынға Нәзилә Һибәтуллина сыҡты. Бер гимназиянан – өс еңеүсе!
Айназ менән Илназ I «Г» синыфында уҡып йөрөй. Бик теремек, сос малайҙар. Уҡыуҙан һынатмайҙар. Бассейнға йөҙөргә йөрөйҙәр. Синыфтарында 28 бала белем ала.
– Татыуҙар, берҙәмдәр. Айназ менән Илназдың бәйгелә еңеп сығыуҙарына бөтә синыф менән һөйөндөк, – ти уҡытыусылары Фәриҙә Рәйес ҡыҙы Ғарипова.
Беҙҙең менән осрашыуға игеҙәктәрҙең әсәһе Айгөл Морат ҡыҙы ла килеп еткәйне.
Ә Нәзилә Һибәтуллина I «В» синыфында гел «бишле» билдәләренә генә уҡый. Һүрәтте матур төшөрә, оҫта бейей. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Зөлфирә Нуретдин ҡыҙы Щеклеева етәкләгән синыфта 30 бала уҡыуын белдек. Нәзиләнең әсәһе Нәрисә Тимерғәле ҡыҙы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы икән.
Баймаҡ ҡалаһында Ислам Ҡаһармановҡа бүләк тапшырҙыҡ. Ул редакция үткәргән «Беҙ – Бала саҡ иленән» һүрәттәр конкурсында еңеп сыҡҡайны. Бигерәк һәләтле егет. Ислам «Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң» фотоконкурсында ла икенсе урын алғайны.
– Баймаҡта йәшәһәк тә, улым Сибайҙағы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистанцион белем биреү үҙәгендә VIII синыфта уҡый, – ти уның әсәһе Фәнүзә Динислам ҡыҙы.
Ислам Ҡаһарманов үҙенең өйҙәге уҡыу бүлмәһен күр­һәтте. Компьютер өҫтәлендә китаптар, дәфтәрҙәр теҙелеп ята. Бөтөн ерҙә тәртип күҙгә салына.
Өйҙә уҡыһа ла, янына уҡытыусыһы Рәзимә Рәфҡәт ҡыҙы Илбулова килеп, дәрестәрен тикшереп, кәңәштәрен биреп китә. Кәрәк икән, ярҙам да итә. Ислам бөтә фәндәрҙе лә компьютер аша өйрәнә. Уҡыуы һәйбәт. Белемгә ынтылышы күренеп тора. Бер ҙә зарланмауы һоҡландырҙы. Уның Сибайҙағы синыф етәксеһе Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы Ғарифулова икән.
Исламдың өс ағаһы ла бар. Улар хәҙер ғаиләләре менән үҙ аллы донъя көтә. Беҙ барғанда атаһы Шәфҡәт Абрар улы эштә булып сыҡты.
Әсәһе улы өсөн өҙөлөп тора. Исламдың төп таянысы, терәге ул. Бының өсөн Фәнүзә Динислам ҡыҙына мең-мең рәхмәттәр уҡығы килә. Улы әүҙем тормош алып барһын, тиҫтерҙәре менән аралашып йәшәһен, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашһын өсөн бөтә көсөн һалып тырыша. Ислам уҡыһын, тип өйҙәренә «Йәншишмә» гәзитен алдыралар икән.
– Рәхмәт инде редакцияға. Улымды ла, мине лә ныҡ һөйөндөрҙөгөҙ! – тип оҙатып ҡалды ул.

М. ХӘЙБУЛЛИН.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: