-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
9 Декабрь 2022, 00:20

Өлгөр өсөнсөләр!

Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең III синыф уҡыусылары дәррәү "Йәншишмә" гәзитенә яҙылған. Ҡалай маладистар! Яратҡан уҡытыусылары Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина менән ауылдағы почта бүлексәһенә барып, үҙҙәре яҙылып ҡайтҡан.  

 Уларҙы почта хеҙмәткәре Лариса апайҙары Бикмаева көтөп кенә торған икән. Хатта кескәйҙәрҙе күстәнәс менән дә һыйлаған. Шулай уҡ уҡыусылар күмәкләшеп Бөйөк Устюгтағы Ҡыш бабайға хат яҙған.

- Балалар барыһы ла   Ҡыш бабайға ихлас хат яҙҙы. Әлбиттә, ҙур түҙемһеҙлек менән яуап та көтәбеҙ. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға хат яҙҙыҡ. Тағы ла беҙ беренсе синыфтан алып янған лампочка, иҫке батарейкалар йыябыҙ. Был инде күптән йолаға әйләнгән, йыл аҙағында уларҙы утилләштереү өсөн тапшырабыҙ. Ғөмүмән, был көн  уҡыусыларыма ныҡ оҡшаны, – ти синыф етәкселәре Динә Рәзиф ҡыҙы.

Афариндар! Гел шулай әүҙем булығыҙ, йәме, өсөнсөләр!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: