+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
12 Декабрь 2022, 17:00

Кем гәзит уҡый, уны яҡты һәм рухлы киләсәк көтә!

Беҙҙең ғаилә элек-электән гәзитте яратып уҡый, бер ваҡытта ла алдырмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Олатайым менән өләсәйем “Йәншишмә” гәзитен "Башҡортостан пионеры" тип аталғандан алып яҙылып уҡыған. 

Кем гәзит уҡый, уны яҡты һәм рухлы киләсәк көтә!
Кем гәзит уҡый, уны яҡты һәм рухлы киләсәк көтә!

Улар беҙҙе лә бала саҡтан гәзит менән дуҫлаштырҙы.  Башта  беҙгә уҡыһалар,  аҙаҡ үҙебеҙ  уҡырға өйрәндек. Һеңлем менән гәзитте көтөп ала торғайныҡ.  Хатта үҙем бер нисә тапҡыр бүләк тә оттом әле. Ике тапҡыр "Минең өс айым" конкурсында ҡатнашҡан өсөн махсус призлы булдым. Гәзиттә эшләгән апай-ағайҙарға ҙур рәхмәт әйткем килә. Сөнки  улар гәзит матур һәм йөкмәткеле сыҡһын өсөн тырыша. Төрлө-төрлө һәм ҡыҙыҡлы конкурстар йоштороп ҡына торалар. Хәҙер гәзиттең социаль селтәрҙәге сайты һәм “Йәншишмә” төркөмө лә бик әүҙем эшләй. Күңелеңә нимә оҡшай, барыһы ла яратҡан гәзитебеҙҙә тупланған. Шуға тиҫтерҙәремә әйтер инем: кем гәзит уҡый, уны яҡты һәм рухлы киләсәк көтә! Әйҙәгеҙ, “Йәншишмә”гә яҙылайыҡ һәм уҡыйыҡ!

 

Ләйлә Нөғәмәнова, IX синыф уҡыусыһы.

Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы. 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: