+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
29 Декабрь 2022, 10:37

Дуҫтар булып ҡалабыҙ

Бөгөн иртә менән Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһынан бер-бер артлы хәбәрҙәр килеп төштө. "Йәншишмә"-лото" уйынында ҡатнашыр өсөн 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылған квитанцияларын ебәргәндәр! 

Дуҫтар булып ҡалабыҙ
Дуҫтар булып ҡалабыҙ

Был белем усағы тормошо менән башҡорт телендә алып барылған "Бәйләнештә" селтәрендәге "Арғымаҡ" төркөмө аша танышып барабыҙ. Башҡорт теле уҡытыусыһы Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы Ҡаһарманова менән даими бәйләнештәбеҙ. Үҙҙәренең гимназия телевидениеһы ла бар. Башҡорт телендә бәйгеләр үткәреп торалар. Республика кимәлендә лә һынатмайҙар. 

Гимназия менән алдағы йылда дуҫ булып ҡалыуыбыҙға бик шатбыҙ. Афарин, белореттар! Квитанцияларығыҙ ошонда - https://vk.com/topic-45440006_47386061 ҡуйыла.

Фото: vk.com.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: