+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Йәншишмә" - беҙҙә ҡунаҡта

Һуңғы арала "Йәншишмә" гәзите менән ныҡ ҡына дуҫлашып алдыҡ. Унда үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Хәбәрҙәр ҙә ебәреп торабыҙ. 

Ә бөгөн мәктәбебеҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға булды: гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов осрашыуға килде. Ул балаларға гәзит тураһында һөйләне, уҡыуҙары, яратҡан шөғөлдәре тураһында әңгәмәләште. Осрашыу уҡыусыларға бик оҡшаны. Улар гәзит менән дуҫлыҡты артабан да дауам итеп, алдағы ярты йыллыҡҡа ла яҙылырға һәм уҡып барырға теләктәрен белдерҙе. 

Мирсәйет Ғүмәр улы буш килмәгән: "Уҡытыусы. Остаз" конкурсында ҡатнашып, атаһы тураһында яҙып ебәргән Гүзәлиә Ишемоваға Маҡтау грамотаһы һәм бүләк тапшырҙы. 

Өфөнән килгән ҡунаҡ менән осрашыу бөрйәндәрҙә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. 

 

Зинира ХӘСӘНОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Бөрйән районы, Мәһәҙей башланғыс мәктәбе.

 

"Йәншишмә" -  беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - беҙҙә ҡунаҡта
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: