+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Йәншишмә" менән интернет дуҫлаштырҙы

Был көндө Вилдан Фәйзуллиндың шатлығының сиге юҡ ине. Ҡыуанырһың да, үҙенде интернетта күрһәтһендәр әле! Вилдан Иҫке Собханғол мәктәбенең VI «А» синыфында уҡып йөрөй. Гел «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Белем усағында үткән бар сараларҙың уртаһында ҡайнай.

"Йәншишмә" менән интернет дуҫлаштырҙы
"Йәншишмә" менән интернет дуҫлаштырҙы

Бер көндө гәзитебеҙҙең сайтына һәм «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөнә «Баҫ, баҫ, өҙә баҫ» исеме менән видео ҡуйғайныҡ. Унда бер бәләкәй генә малай арымайынса оҙаҡ итеп бейеп тик йөрөй. Үҙенең исеме лә билдәле түгел, бәлки, таныусылар булыр, тип тә яҙғайныҡ. Бик тиҙ арала беленде уның кем икәнлеге. Исеме Вилдан булып сыҡты. Ул 2 йәшенән үк оҫта ғына бейегән, артабан 5 йәшенән сәхнәлә сығыш яһаған шәп егеткә әле 12 йәш икән.
Шулай итеп, Вилдан үҙен бар Башҡортостанға танытҡан «Йәншишмә» гәзитенең сайтын ҡыҙыҡһынып ҡарап сыҡ­ҡас, күп уйлап тормай, каникулының беренсе көнөндә үк почта бүлексәһенә йүгерә. Һай, афарин! Ул үҙе генә яҙылып ҡалмай, дуҫтарын да өгөтләй башлай.
Бына шулай, дуҫтар, кемдәр гәзиткә яҙылмаған, Вилдандан үрнәк алығыҙ. Бер ҙә үкенмәҫһегеҙ. Редакция үткәргән бәйгеләрҙә лә ҡатнашып тороғоҙ.
Әле һеҙ фотоһүрәттә (уртала) Вилданды дуҫтары менән гәзиткә яҙылып ҡайтып барған мәлдә күрәһегеҙ.
Уның хаҡында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Бөрйән районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: