-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
4 Апрель 2023, 11:15

"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта

Мәктәбебеҙҙә ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, күңелле кисәләр булып тора. Унда уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнаша. Ә бер көндө беҙгә ҡунаҡҡа «Йәншишмә»нең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов килеп етте.

"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта

Осрашып, күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүгә ни етә?! Беҙ ҙә Өфө ҡунағын көтөп алдыҡ. Әлбиттә, осрашыуҙа һүҙ күберәк яратҡан гәзитебеҙҙең бөгөнгө хәле, киләсәге тураһында барҙы.
Беҙҙең мәктәптә «Йәншишмә»нең дуҫтары күп. Мин үҙем дә гәзит менән 1979 йылдан бирле бәйләнеш тотам. Баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы булараҡ, уның һәр һанын ҡыҙыҡһынып уҡып барам, дәресемдә ҡулланам. Гәзитте таратыуҙа үҙ өлөшөмдө индерергә тырышам.
– Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тиҙәр, күптән кәрәк ине күрешеү, – тине баш мөхәррир. – Сөнки һеҙҙең мәктәптә «Йәншишмә»не яраталар, гәзиткә яҙышып торған уҡыусылар ҙа байтаҡ ҡына. Беҙҙе айырыуса Элина Хәйбуллина һоҡландыра. Ҡәләме өмөтлө, яҙмалары матур килеп сыға.
Мирсәйет Ғүмәр улы VII синыф уҡыусыһы Элина Хәйбуллинаны маҡтап ҡына ҡалманы, уға гәзиттең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын да тапшырҙы. Быға бөтә мәктәп менән ҡыуандыҡ, үҙен алҡыштарға күмдек.
Беҙҙә Элина кеүек йәш хәбәрсе булырҙай һәләтле уҡыу­сыларыбыҙ тағы ла бар. Улар үҙҙәрен төрлө ижади бәйгеләрҙә һынап, уңышҡа ирешеп тора. Был осрашыуҙа ла V синыфтан Минзиә Вәлитова, «Йөрәк һүҙе» район бәйгеһе лауреаты Лиана Исхаҡова, III синыфтан Розалина Аҙан­ғолова, Ислам Шәриповтар үҙҙәре ижад иткән һәм яратҡан шағирҙарының шиғырҙарын һөйләп ишеттер­ҙе.
Был көндө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Ғәйәз ҡыҙы Ғабдулхаеваның йөҙө шатлыҡтан балҡый ине. Уҡыу­сыһы «Йәш хәбәрсе» исемен алды бит! Ул үҙе лә бала саҡтан гәзитте яратып уҡыуын, дуҫ булыуын белдерҙе.
– Мин «Йәншишмә» менән дуҫлыҡ күперенең ныҡ булыуын теләйем, – тине мәктәптең етәксеһе Зилә Марат ҡыҙы Зәкирова. – Киләсәктә гәзиткә бөтә мәктәп менән яҙылырға ниәтләйбеҙ.
Етәксебеҙ һүҙен ҡеүәтләп, осрашыуға килгән барлыҡ уҡыу­сылар ҙа, уҡытыусылар ҙа дәррәү ҡул сапты. Бергәләп тырышырбыҙ инде. Беҙҙә мәктәп тормошонда ата-әсәләр ҙә ихлас ҡатнаша. Гәзиткә яҙылыуҙа ла ярҙам итерҙәр, тип ышанабыҙ.
Баш мөхәррир мәктәпкә бүләктәр ҙә алып килгәйне. Ул балаларға гәзиттең календарын таратты. Ә башланғыс синыфтар уҡытыусылары Хәлиҙә Маз­һар ҡыҙы Назарова, Гөлназ Зиннур ҡыҙы Ғиззәтуллиналарға башҡорт алфавиттарын бүләк итте.
Был осрашыу беҙҙең күңелдәрҙә тик яҡшы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Ул балаларға ғына түгел, уҡытыусыларға ла оҡшаны. «Йәншишмә»гә әйтер һүҙҙәребеҙҙе, теләктәребеҙҙе еткерҙек. Гәзит тураһында күпте белеп ҡалдыҡ.

Сәйҙә СӘЙӘХОВА, Башҡортостан Республикаһының
мәғариф алдынғыһы.
Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: