+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
15 Апрель 2023, 11:30

Мин дә "Йәншишмә"не уҡып үҫтем

Мин Әбйәлил районы Рауил ауылы ҡыҙы булам. Өфө фән һәм технологиялар университетының баш­ҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында магистратурала белем алам. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп тә йөрөйөм.

Мин дә "Йәншишмә"не уҡып үҫтем
Мин дә "Йәншишмә"не уҡып үҫтем

Ижадҡа һөйөүөм бәләкәй генә сағымдан килә, тип әйтергә мөмкин. Мәктәптә уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева етәкләгән «Йәнтөйәк» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләндем. II синыфта «Йәншишмә» гәзитендә «Миҙгелбайҙың шатлығы» тигән тәүге әкиәтем донъя күрҙе. Нисек шатланғанымды белһәгеҙ ине! Артабан төрлө шиғырҙарым, әкиәттәрем, мәҡәләләрем яратҡан гәзитемдә баҫылып торҙо. Әүҙем яҙышҡаным өсөн 2012 йылда хатта «Йәш хәбәрсе» танытмаһы бир­ҙеләр, ә 2016 йылда редакцияның Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияһына лайыҡ булдым.
2014 йылда үҙнәшер юлы менән «Шаян сысҡандар» исемле китап сығарҙым. Унан һуң шиғырҙарым төрлө-төрлө йыйынтыҡтарҙа баҫылып килде.
Шулай уҡ I курстан алып университетыбыҙҙың бай тарихлы «Шоңҡар» әҙәби-ижади берекмәһенә йөрөйөм. Унда ижад, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, киләсәккә яҡты ҡарашлы студенттар йыйылған. Етәксебеҙ – Алмас Рауил улы Шаммасов. Әйткәндәй, мине быйыл берекмәнең старостаһы итеп һайланылар.
Йәш ҡәләм тибрәтеүселәргә «Йәншишмә» менән дуҫ булыуҙарын, ижади уңыштар теләйем һәм бер нисә шиғырымды тәҡдим итәм.

Лилиә СОЛТАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

 

Күләгә


Ҡарағыҙсы Ғәлигә!
Бәләкәй шул әлегә,
Тарыған ҙур бәләгә –
Эйәрә бит күләгә.
Ул йүгерһә, йүгерә,
Нисек уға өлгөрә?!
Өйгә еткәнсе ҡыуҙы,
Хәлдән тайып, ул ауҙы.
Күләгә тышта ҡалды –
Ғәли иркен тын алды.
Сәғәт
Иртәнсәк торғо килмәй,
Йоҡлауы шундай рәхәт.
Зыңғыр-зыңғыр итә лә
Уята беҙҙе сәғәт.
Булыр инеме икән
Сәғәтһеҙ йәшәү рәхәт?
Һуңламайбыҙ дәрескә,
Шуның өсөн ҙур рәхмәт!


Туп

Ярты яғы зәңгәр төҫтә,
Яртыһы ҡыҙыл ғына:
Мараттың тубы бик матур –
Һикерт тә ырғыт ҡына.
Бүлмә буйлап уйнай торғас,
Әллә тубы арыны.
Ҙур көҙгөнө ватып ҡуйып,
Ул бәләгә тарыны.


Ер йоҡола

Быйылғы Ҡышбикә һылыу,
Бик егәрле һәм уңған.
Ул бигерәк тырышҡанға
Күлдәр-йылғалар туңған.
Ә тауҙар ап-аҡ булғандар,
Ерем юрған ябынған.
Төш күреп, тәмләп йоҡлауҙы,
Күрәһең, бик һағынған.


Тыуған көн

Эй, тыуған көн, тыуған көн,
Һағындырып килгән көн,
Йылына бер килгән көн,
Йырлап-бейеп үткән көн.

Һәпәләк тә уйнайбыҙ,
Кем сос, етеҙ, әйҙә, тот!
Өҫтәлдә тәмлекәстәр,
Иң уртала – баллы торт.


Шаян сысҡандар

Ялҡау бесәй йоҡлап ята,
Сысҡандар быны белә.
Бесәйҙең ялҡаулығынан
Хатта улар ҙа көлә.
Шаян сысҡандар иркенләп
Иҙән буйлап йүгерә,
Ялҡау бесәйҙең мыйығын
Ҡытыҡларға өлгөрә.


Карап

Ағай эшләне карап,
Торҙом һоҡланып ҡарап.
Йырғанаҡта йөҙҙөрөүгә
Ҡалды ул миңә ярап.
Йөҙөп китте, юҡ булды...
Эштәрем инде харап.
Яһармы икән ағайым
Миңә яңынан карап?

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: