+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
17 Апрель 2023, 13:00

Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә Урал ҡыҙы!

Гәзитебеҙҙең сайтында һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөбөҙҙә “Йәншишмә”- бүләк” изгелек кәштәһе” акцияһы дауам итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына ”Йәншишмә” гә яҙылып, балаларға бүләк итергә кәрәк.

Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә Урал ҡыҙы!
Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә Урал ҡыҙы!

Шөкөр, ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ. Бына гәзитебеҙҙең элекке йәш хәбәрсеһе, Дүртөйлө районы Исмаил мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәлиә Урал ҡыҙы Закирова Өфө ҡалаһының 110-сы мәктәбенә “Йәншишмә” гәзит-бүләк эшләне. Әйткәндәй, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2023” конкурсының дәрес биреү этабында ул ошо мәктәптә асыҡ дәрес биргән икән.

Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә Урал ҡыҙы! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!

Йә, тағы ла кемдәр ҡушылыр акциябыҙға? Әйҙәгеҙ,изге Рамаҙан айында изгелек ҡылырға онотмайыҡ!

Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә Урал ҡыҙы!
Ҙур рәхмәт, Гүзәлиә Урал ҡыҙы!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: