+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
22 Апрель 2023, 12:25

Тағы ла яҙыласаҡбыҙ!

«Йәншишмә» гәзите менән ныҡ ҡына дуҫлашып алдыҡ. Унда үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Хәбәрҙәр ҙә ебәреп торабыҙ.

Тағы ла яҙыласаҡбыҙ!
Тағы ла яҙыласаҡбыҙ!

Ә бер көндө мәктәбебеҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға булды: гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов осрашыуға килде. Ул балаларға гәзит тураһында һөйләне, уҡыуҙары, яратҡан шөғөлдәре хаҡында һорашты. Осрашыу уҡыусыларға бик оҡшаны. Улар «Йәншишмә» менән дуҫлыҡты артабан да дауам итеп, гәзиткә яҙылырға һәм уҡып барырға теләктәрен белдерҙе.
Баш мөхәррир буш килмәгән: «Уҡытыусы. Остаз» конкурсында ҡатнашып, атаһы тураһында мәҡәлә яҙып ебәргән Гүзәлиә Ишемоваға Маҡтау грамотаһы һәм бүләк тапшырҙы.
Өфөнән килгән ҡунаҡ менән осрашыу матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Зинира ХӘСӘНОВА, уҡытыусы.
Бөрйән районы, Мәһәҙей башланғыс мәктәбе.

Тағы ла яҙыласаҡбыҙ!
Тағы ла яҙыласаҡбыҙ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: