+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫ булайыҡ, бергә булайыҡ!

Тағы ла дуҫтарыбыҙ янында булып ҡайттыҡ. Үҙебеҙ генә түгел, гәзитебеҙҙең дуҫы, йәш йырсы, ҡурайсы, оҫта алып барыусы, журналист Рифат Йәмлихин да беҙҙең менән бергә булды.

Дуҫ булайыҡ, бергә булайыҡ!
Дуҫ булайыҡ, бергә булайыҡ!

Байым мәктәбендә беҙҙе көтөп алдылар. Бишенселәр синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылғайны. Уларға бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ.
– Беҙҙең өсөн иҫтәлекле уҡыу йылы, – ти уҡытыусылары Лилиә Дим ҡыҙы Миңлебаева. – Шайморатовсылар сафына ҡабул ителде синыфым. Был исемгә лайыҡ булырға, бер ҙә һынатмаҫҡа тырышабыҙ. «Йәншишмә» гәзитенә лә егерме уҡыусым да яҙылды. Бүләктәрегеҙ өсөн рәхмәт. Үҙегеҙ менән Рифат Йәмлихинды ла алып килеүегеҙ синыфым өсөн генә түгел, күптәр өсөн ҙур ҡыуаныс булды.
Эйе, бишенселәрҙе күреүгә беҙ ҙә ихлас шатландыҡ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Шайморатовсылар һоҡландырҙы. Һәр ҡайҙа ла алдынғы, өлгөлө икән үҙҙәре. Осрашыу ваҡытында Рифат ағайҙарына ҡушылып йырлап та, бейеп тә алдылар.
Юл ыңғайы Яңы Балапан мәктәбендә лә булып өлгөр­ҙөк. Унда ла дуҫтарыбыҙ күп. Был белем усағынан редакция үткәргән «Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нә­ҫелдәре» бәйгеһендә VI синыфтан Гөлсибәр Бәйғәҙәмова уҙған йылдың май айында еңеп сыҡһа, ә шул уҡ синыфтан Шамил Ишмөхәмәтов августа өсөнсө урын алып һөйөндө. Уларҙы ла күреп, ҡотлап ҡайттыҡ.
– Беҙ «Йәншишмә»не яратабыҙ. Гәзит менән ныҡлы дуҫлыҡ артабан да дауам итер, – тип оҙатып ҡалдылар Яңы Балапанда.
Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер. Уҡыусыларыбыҙ менән шундай осрашыуҙар булып торһон. Күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүгә ни етә! Дуҫлыҡ ҡәҙерен беләйек, бергә булайыҡ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.
Әбйәлил районы.

Дуҫ булайыҡ, бергә булайыҡ!
Дуҫ булайыҡ, бергә булайыҡ!
Дуҫ булайыҡ, бергә булайыҡ!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: