+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

“Йәншишмә” – Хәйбуллала

Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 2-се мәктәбендә уҡыусылар менән иҫтәлекле осрашыу булды.

“Йәншишмә” – Хәйбуллала
“Йәншишмә” – Хәйбуллала

"Йәншишмә" Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов X “А” синыфы уҡыусылары менән осрашты. Был синыф юҡҡа һайланманы, сөнки уларҙың синыфташы Сәлим Ғөбәйҙуллин гәзит ойошторған "Уҡытыусы. Остаз" конкурсында II урын яуланы. Мирсәйет Ғүмәр улы Сәлимгә Почёт грамотаһы һәм уның уҡытыусыһы Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы Мөхәмәтшинаға Рәхмәт хаты, бүләктәр тапшырҙы.

Яҡташыбыҙ менән бик матур сара үтте. Сәлимде һәм уның остазын ҡотлайбыҙ, яңы үрҙәр теләйбеҙ, ә уҡыусыларын "Йәншишмә" гәзитенә яҙылырға һәм ғаиләгеҙ менән бергә уҡырға өндәйбеҙ!"– тип яҙа Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы. 

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: