+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алисхан гәзитле булды!

Алисхан өсөн май айының һуңғы ун көнө бигерәк иҫтәлекле  булды. Нисек, тиһегеҙме? Ул кисә беренсе тапҡыр “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын күрҙе. Алисхан Нафиҡов Өфөләге Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның  I “А” синыфын уңышлы ғына тамамланы. Байрамдан һуң әсәһе, ошо уҡ гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова менән “Йәншишмә” гәзите редакцияһына килеп,  баҫмаға яҙылып, фотоға төшөп ҡайтты. Вәт, шәп!

Алисхан гәзитле булды!
Алисхан гәзитле булды!

Алисхан Нафиҡов менән  Өфө ҡалаһы Киров районының XIV “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында танышҡайныҡ инде. Шунда редакцияға килеп, гәзиткә яҙылырға була, тип һөйләшкәйнек. Бына Алисхан һүҙендә торҙо. Ул  гәзиткә  яҙылып, квитанция күсермәһен “Яҙыл да бүләк от!” уйынына ҡатнашырға ҡалдырып китте. Афарин!

Уның хаҡында  тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: