+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алисхан гәзитле булды!

Алисхан өсөн май айының һуңғы көндәре бигерәк иҫтәлекле булды. Ул беренсе тапҡыр “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын күрҙе.

Алисхан гәзитле булды!
Алисхан гәзитле булды!

Алисхан Нафиҡов Өфөләге Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның I “А” синыфын уңышлы ғына тамамланы. Байрамдан һуң әсәһе, ошо уҡ гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова менән “Йәншишмә” гәзите редакцияһына килеп, “Йәншишмә”гә яҙылып,  иҫтәлеккә фотоға төшөп ҡайтты.

Алисхан менән Киров районының XIV “Һаумы, һаумы, әкиәт” конкурсында танышҡайныҡ. Шунда редакцияға ла килеп гәзиткә яҙылырға мөмкин, тип һөйләшкәйнек. Бына Алисхан һүҙендә торҙо. Ул “Йәншишмә”гә яҙылып, квитанция күсермәһен редакцияла ҡалдырып, “Яҙыл да бүләк от!” уйынына ҡатнашырға теләк белдерҙе.

Әйткәндәй, Алисхан “Китап-байрам”ға ла килеп, беҙ ойошторған шашка турнирында ҡатнашып, туңдырмаға сертификат алып һөйөндө.

Шәп малай буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөргә лә ярата. Бигерәк тә портреттары матур килеп сыға. Алисхан бик ихлас булып сыҡты әле. Үҙенең ниндәй уйындар яратҡанын, ниндәй һөнәр оҡшауын – барыһын да ентекләп һөйләне. Ҙурайғас, ныҡ бай буласағын, матур ҡатлы-ҡатлы йорттар төҙөргә хыялланғанын да әйтеп ҡуйҙы. Бирһен, Хоҙай, изге теләктәрең тормошҡа ашһын!

Әле башланған йәйге каникулының ике аҙнаһында атаһының тыуған ерендә – Чечен республикаһының Шалажи ҡасабаһында булмаҡсы. Унда атаһы менән барырға йыйына икән. Ә ҡалған күңелле каникул көндәрен Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында йәшәгән өләсәһендә үткәрәсәк.

Күңелле ял һиңә, Алисхан! Каникулың матур уҙһын!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.

АВТОР фотоһы.

 

 

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: