+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Рәхмәт, Фаил Әһлетдин улы!

Ҡыуаныслы хәбәр еткерәбеҙ. Әле 15 июнгә тиклем 2023 йылдың икенсе яртыһына гәзит-журналдарға арзан хаҡҡа яҙылыу ун көнлөгө дауам итә. Себер тарафтарында эшләп йөрөгән Фаил Әһлетдин улы Ҡылысбаев Ейәнсура районының Яңы Павловка ауылындағы социаль приютҡа 2 дана “Йәншишмә” гәзите  яҙҙырып бүләк итте.

Рәхмәт, Фаил Әһлетдин улы!Рәхмәт, Фаил Әһлетдин улы!
Рәхмәт, Фаил Әһлетдин улы!

Фаил Әһлетдин улы оҙаҡ йылдар матбуғатта эшләне. Хәбәрсе, район гәзитенең баш мөхәррире булды. Беҙҙең гәзитебеҙҙә барған “Изгелек кәштәһе” акцияһына ҡушылып, социаль приюттағы балаларға “Йәншишмә”не яҙҙырҙы. Уға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас