+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

"Йәншишмә"не 60 йылдан ашыу алдырам

Мәктәпкә барғанда мин хәрефтәрҙе таныһам да, тик ҡушып уҡый  белмәй инем.

"Йәншишмә"не 60 йылдан ашыу алдырам"Йәншишмә"не 60 йылдан ашыу алдырам
"Йәншишмә"не 60 йылдан ашыу алдырам

Бик тиҙ ҡушып уҡырға өйрәнгәс, китапхананан китаптар алып ҡайта башланым. Шунан атайым:"Бының үҙенә гәзит-журнал алдырыр кәрәк," – тип," Башҡортостан пионеры" гәзите менән "Пионер" журналына яҙылған. Тәүге һанды ҡулға алғас, апайым менән бик шатландыҡ. Мәҡәләләрҙе атайымдарға ҡысҡырып уҡый башланым. Ул эштән ҡайта ла:" Йә, ҡыҙым, нимә яҙалар икән, уҡып ишеттер әле", – ти. Мин шатлана- шатлана булған мәҡәләләрҙе ҡысҡырып уҡып сығам.
Бишенсе синыфҡа еткәс, үҙем дә гәзиткә  яҙышырға булдым. Мәҡәләләр ебәрәм, әммә баҫмайҙар. Вилләр Дауытов тигән ағайҙан хат ҡына килә. Уның, "мәҡәләңде баҫа алмайбыҙ," тигән һүҙҙәре генә иҫемдә ҡалған. Унан хат килгән һайын ултырып илай торғайным. Бер генә хатымды баҫтылар. Ул беҙҙең сөгөлдөр алышыуҙа нисек ярҙам итеүебеҙ тураһында ине. Вилләр Дауытов ағайҙың тәнҡитле хаттарын күп алдым, мәҡәләләрем баҫылмағас, яҙыуҙан туҡтаным да ҡуйҙым, әммә гәзитте барыбер яратып уҡыным.
Етенселә уҡығанда, 1965 әллә 1966  йыл булдымы икән, хәтерләмәйем, минең турала бер уҡытыусым яҙғанды фотом менән бергә баҫтырып сығарҙылар. Шунан һуң Башҡортостандың төрлө төбәктәренән миңә күпләп хаттар яуа башланы. Баҡалынан  Тәнзилә Маликова, Сәлиә Мансурова, Миәкәнән Әнүәр Мөхәмәҙиев, Фәнирә Синакаева һәм башҡа бик күптәр менән оҙаҡ хатлаштыҡ. Ҡайһы берҙәре менән һуңынан осрашып күрештек тә. Ишембайҙан Фәүзиә исемле ҡыҙға ҡунаҡҡа ла барҙым.

Бәләбәй районының Туҙлыҡыуыш ауылынан Камил Фазлетдинов тигән берәүҙең яҙған мәҡәләләре, шиғырҙары ныҡ оҡшай торғайны. Яҙмалары йыш баҫылып сыҡты. Мин уның һымаҡ яҙа алмағанмын инде, шуға баҫмағандарҙыр.

Гәзит менән дуҫлыҡ студент йылдарында ғына бер аҙ туҡтап торҙо, шулай ҙа атайымдар уны алдырыуҙы дауам итте. Элек Өфөнән Әбйәлилгә юл йөрөү ҡыйын була торғайны, шуға беҙ йылына ике генә ҡайта инек. Шул ваҡыттарҙа атайымдарҙың йыйып ҡуйған гәзиттәренән ҡыҙығыраҡ мәҡәләләрҙе һайлап уҡый инем.

Мәктәптә эшләй башлағас, гәзиткә үҙем дә яҙыла башланым, атайымдар үҙҙәренә алдырыуын дауам иттеләр. Һуңынан балаларым өсөн, хәҙер ейәнсәрҙәр өсөн алдырабыҙ. Аллаға шөкөр, гәзиттән айырылғаныбыҙ юҡ. Минән айырмалы рәүештә, ейәнсәрҙәремдең мәҡәләләре баҫылып тора. Ләйлә Нөғәмәнова «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе исемен алды. Балаларҙың дәртен һүндермәүегеҙ өсөн рәхмәт. Мин булдыра алмағанды ейәнсәрем булдыра, тип шатланып ултырам.

Һеҙгә уңыштар, гәзиттең уҡыусылары артыуын теләйем.

Тәнзилә ҠУНАФИНА, ветеран уҡытыусы.

Әбйәлил районы, Ҡырҙас ауылы.

"Йәншишмә"не 60 йылдан ашыу алдырам
"Йәншишмә"не 60 йылдан ашыу алдырам
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас