+24 °С
Дождь
VKOKМакс

Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам

14 июнь – Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Ошо айҡанлы Матбуғат йорто алдында шаулап-гөрләп матур байрам уҙҙы.

Шаулап-гөрләп уҙҙы байрамШаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам

Саҡырылған ҡунаҡтар, журналистар иң тәүҙә дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шә­һит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан бер төркөм журналистар Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, «Баш­ҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң Почёт грамоталары, Рәхмәт хаттары ме­нән бүләкләнде. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы тарафынан иғлан ителгән конкурстарға йомғаҡ яһалды.

Байрам барышында һәр кем үҙе теләгән баҫмаларға арзан хаҡҡа яҙылып, ошонда уҡ ойошторолған отош уйынында ҡатнашты. Ә бү­ләктәр бик шәп ине: тау велосипеды, сым­һыҙ ҡолаҡсындар...
Шөкөр, беҙҙең «Йәншишмә» гәзитенә яҙылыусылар ҙа күп булды. Һәр ваҡыттағыса, тоғро дуҫтарыбыҙ, Башҡортостан мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары килеп еткәйне. Һәр береһе «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып, лотерея уйынында ҡатнашты. Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина Ишембай районының Маҡар ауылы балаларына 5 дана гәзит яҙҙырҙы. Рәхмәт, Гөлфирә Риф ҡыҙы!

Бер көнгә сәхнәгә әүерелгән Матбуғат йорто күтәрмәһендә бер-бер артлы артистар сы­ғыш яһаны. Беҙҙең гәзит исеменән саҡырыл­ған Өфөләге 63-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Мирас Алсынов «Айҙар ғынайым» йырын башҡарҙы. Барыһын да һоҡландырҙы ул. Көслө алҡыштарға күмделәр үҙен. Афарин, Мирас! Сараны шулай уҡ Искәндәр Ғәзизов, Венер Камалов, Рифат Йәмлихин кеүек сәхнә оҫталарының сығыштары биҙәне.

Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Шаулап-гөрләп уҙҙы байрам
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас