

Гәзитебеҙҙең "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә "Беҙҙең бала саҡ" тигән фотоконкурс ойошторғайныҡ бит, ул дуҫтарыбыҙға бик оҡшаны, бик күп фотолар алдыҡ. Ә ошо фотоны күргәс тә, моғайын, еңеүсе булыр, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Сөнки бында матур кинәйә бар: образлы итеп әйткәндә, "Йәншишмә"не алдырып уҡыған бала тормошта юғары уңыштарға өлгәшә.
Тәхәүевтәр ғаиләһе менән бәйләнешкә инеп, парашют тарихы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Конкурс тураһында уҡығас та үҙҽнсәлҽклҽ итҽп төшөрөр өсөн интҽрнҽттан фотолар ҡараныҡ. Ошолай төшөрһәк, шәп килҽп сығыр, тип уйланыҡ.
Ҡағыҙҙан тиҙ гҽнә ҡояш, болот, ҡош киҫеп алдыҡ. Ә гәзит инде беҙҙә күп, үҙҽбҽҙгә килгәс, йыйып барабыҙ. Ҙур рәхмәт һҽҙгә ҡыҙыҡлы конкурс өсөн.
Эшҽгҽҙҙә уңыштар, - ти Сулпан Тәхәүева. Ғаиләлә өс бала үҫә икән, өсәүләп тә төшөп ҡарағандар. Шулай ҙа 4 йәшлек Миңлегөлдө генә ебәрһәк, уңышлыраҡ булыр, тип уйлағандар. Был фото, ысынлап та, I урын яуланы. Еңеүселәр исемлеген һәм фотоларын гәзиттә сығарғас, кескәй Миңлегөл: "Минең фотомды сығарғандар", - тип бик ҡыуанған. Бына бит нисек, хатта бәләкәстәр ҙә ташҡа баҫылғанды баһалай белә. Гәзит гәзит инде ул, уны ҡәҙерләп һаҡлап була. Конкурстарҙа ҡатнашһаң, Миңлегөл кеүек Почёт грамотаһы ла алаһың.
"Йәншишмә"не алдырыусы Тәхәүевтәр ғаиләһенә рәхмәт! Артабан да бергә булайыҡ!
Cулпан Тәхәүева фотоһы.