

Еңеүселәрҙе асыҡлау өсөн беҙ йәйге каникулында Өфөгә килеүсе Баймаҡ районы Аҡморон мәктәбе уҡыусыһы Ирхан Таһировты саҡырһаҡ, шулай уҡ әле редакциябыҙҙа эшләп йөрөүсе, элекке йәш хәбәрсебеҙ Лилиә Солтанова ла ҡатнашты.
Кемдәр отор бүләктәрҙе?
Шулай итеп, тәүге бүләк – JETACCESS PBS-11 портатив колонкаһы Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбе уҡыусыһы Йәсминә Итбаеваға булһа, икенсеһе – Sport FT- 4PRO фитнес-беләҙектең хужаһы – Өфөнән Диана Әхмәҙиева, ә өсөнсөһө – Алисалы Яндекс аҡыллы колонкаһы шулай уҡ Өфө ҡалаһынан Айгөл Әбделвәлиеваға эләкте.
Ә төп приз – 18 тиҙлекле велосипед кемгә эләгер? Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Ирхан кемде асыҡлар? Беҙҙең йәш хәбәрсебеҙ, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге башҡорт гимназияһының X cиныф уҡыусыһы Лиана Йәлиловаға бәхет йылмайҙы! Бик шәп!
Ҡотлайбыҙ бүләк отоусыларҙы! Шулай гәзитебеҙ ойошторған бәйгеләрҙә, уйындарҙа ҡатнашып тороғоҙ.
Бергә булайыҡ, дуҫтар!