

– «Йәншишмә» – һәйбәт гәзит. Унда минең кеүек малайҙар һәм ҡыҙҙар тураһында яҙалар. Был һанда минең менән әңгәмә сыҡҡан. Тағы ла мөхәббәт темаһы тураһында «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» тигән рубрика оҡшай. «Тирмәкәй» битендәге уйындарҙы биш йәшлек Ирәндек ҡустыма уйнатам. Ә кроссвордты ғаиләбеҙ менән бергә сисәбеҙ,– ти Юлдаш.
Дуҫтар, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 31 августҡа тиклем «Йәншишмә»гә элекке хаҡ менән яҙылырға була. Юғиһә, сентябрҙән хаҡтың артыуы ихтимал. Бер айға яҙылыу хаҡы – 102 һум 20 тин, дүрт айға – 408 һум 80 тин.
Әгәр 20 августҡа тиклем яҙылһағыҙ, гәзит сентябрҙән килә башлар. Белем көнөнә шәп бүләк буласаҡ!
Яҙылыу өсөн һылтанма: https://podpiska.pochta.ru/press/%D0%9F2765