

Шуныһы шәп: «Йәншишмә»гә элекке хаҡ менән яҙылып ҡалырға була. Юғиһә, сентябрҙән яҙылыу хаҡтарының артып китеүе ихтимал. Әйҙәгеҙ, каникул ваҡыты, йәйге мәшәҡәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан гәзитебеҙгә алдан яҙылып ҡуяйыҡ. «Йәншишмә»гә яҙылыу өсөн почтаға барыу мотлаҡ түгел, интернетың ғына булһын. Компьютер, смартфон йә планшет ярҙамында ошонда инеп, подписканы рәсмиләштерергә мөмкин.
Ә кемдәр 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылмай ҡалған, уларға шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. Әгәр 20 авгусҡа тиклем өлгөрһәгеҙ, гәзит өйөгөҙгә сентябрҙән килә башлар.
«Йәншишмә»нең электрон версияһына яҙылһағыҙ, хаҡы күпкә арзаныраҡ: 5 айға – ни бары 315 һум ғына. Ул сағында гәзиттең һәр һаны PDF форматында rbsmi.ru сайтындағы шәхси кабинетығыҙға киләсәк