

Ошо көндәрҙә Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылынан Тәслимә Билалова бүләген инеп алды. Ул ейәндәренең фотоларын ебәргәйне.
- Афарин, конкурста ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт! - тиеүебеҙгә: "Беҙ бит - "Башҡортостан пионеры"н уҡып үҫкән быуын, гәзитте әле лә яҡын күрәбеҙ", - тип ҡыуандырҙы.
Унан алдараҡ Әбйәлилдән Тахаувтар ғаиләһе килгәйне. Матур ғаилә. "Йәншишмә"не һәм бүтән баҫмаларҙы алдырып уҡып баралар. Ә беҙҙең конкурсҡа "Йәншишмә" гәзиттәренән парашют эшләгәйнеләр. "Йәншишмә"гә ултырып, юғары осоп барам!" - тип яҙғандар. Идеялары шәп! I урын яуланылар.
Дуҫтар, арағыҙҙа 1 сентябрҙән гәзитте алдырырға теләүселәр бар ине, иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бының өсөн 20 авгусҡа тиклем яҙылып ҡуйырға кәрәк.
Фото: Э.ӘСӘҘУЛЛИНА.