+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
16 Август 2023, 11:00

Иғтибар! "Беренсе синыфҡа барам" конкурсы!

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу дауам итә. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсы ойоштора.

Иғтибар! "Беренсе синыфҡа барам" конкурсы!Иғтибар! "Беренсе синыфҡа барам" конкурсы!
Иғтибар! "Беренсе синыфҡа барам" конкурсы!

Бының өсөн конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә. Аҙаҡ яҙылыу квитанция күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булыуы мотлаҡ. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.

Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!

Һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ, дуҫтар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас