+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
18 Август 2023, 12:00

Ҡотлайбыҙ, Инсаф!

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу дауам итә. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсы башланы.

Ҡотлайбыҙ, Инсаф!Ҡотлайбыҙ, Инсаф!
Ҡотлайбыҙ, Инсаф!

Бәйгене Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылы малайы, беренсе синыфҡа барасаҡ Инсаф Исламғолов башлай. Ул бигерәк мал йәнле малай икән. Аттарҙы, ҡолонсаҡтарҙы  ихлас тәрбиәләргә ярата. Районда үткәрелгән "Эх, минең толпар атым" бәйгеһендә I урын яулап, республика буйынса ярышта ҡатнашыу хоҡуғын ала. 7 йәшлек малай республика буйынса ярышта 33 ҡатнашыусы араһында XII урынды яулап, ата-әсәһен, туғандарын ҡыуандыра.
 – Мин мәктәпкә барғас, синыфташтарыма һәм уҡытыусым Гүзәл Ринат ҡыҙы Вәлиеваға ат бәйгеһендәге уй-кисерештәремде һөйләп бирәсәкмен", – ти Инсаф.
Ҡалай маладис! Инсаф, һиңә уңыштар теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ, Инсаф!
Ҡотлайбыҙ, Инсаф!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас