+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
22 Август 2023, 09:55

Таһир – “Йәншишмә”лә

Бөгөн беҙгә ҡунаҡ килде! Кем, тиһегеҙме? Ул – Ауырғазы  районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының II cиныфына барасаҡ Таһир Рәхимов. Әсәһе менән килгәйне.

Таһир – “Йәншишмә”ләТаһир – “Йәншишмә”лә
Таһир – “Йәншишмә”лә

 Бигерәк шәп уҡыусы ул. Былтыр ойошторолған “БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ” конкурсында ҡатнашып, беҙҙең менән дуҫлашып алғайны. Әүҙемлеге һоҡландыра. Әле лә бар бәйгелә  ҡатнашып килә, төрлө темаларға мәҡәләләр яҙа. Ә бөгөн редакцияға  “Уҡытыусы. Остаз” конкурсында икенсе урын яулағаны өсөн иҫтәлекле бүләген,  Маҡтау ҡағыҙын алырға килде.

Ҡотлайбыҙ, Таһир! Гел шулай әүҙем бул, йәме!

Таһир – “Йәншишмә”лә
Таһир – “Йәншишмә”лә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас