+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
26 Август 2023, 05:05

Ҡотлайбыҙ, Розалина!

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу дауам итә. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсын башланы.

Ҡотлайбыҙ, Розалина!Ҡотлайбыҙ, Розалина!
Ҡотлайбыҙ, Розалина!

Тиҙҙән Розалина  Нагаева  ла  тәүгә мәктәпкә барасаҡ. Ул Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы  башҡорт гимназияһының I синыф уҡыусыһы буласаҡ. Розалина бөгөндән мәктәпкә әҙер. Беренсе уҡытыусыһы – Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы Һатлыҡова.

Аҡ юл һиңә, Розалина!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Ҡәҙерле дуҫтар! Конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә. Аҙаҡ яҙылыу квитанцияһы күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булыуы мотлаҡ. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.

Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!

Һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ, дуҫтар!

Ҡотлайбыҙ, Розалина!
Ҡотлайбыҙ, Розалина!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас