+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
29 Август 2023, 10:55

Ҡотлайбыҙ, Ғайсар!

Ғайсар Шәрипов Сибайҙағы 9-сы мәктәптең I синыфына барасаҡ. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә бик күп ярыштарҙа ҡатнашып,  гел I урын яулаған икән.

Ҡотлайбыҙ, Ғайсар!Ҡотлайбыҙ, Ғайсар!
Ҡотлайбыҙ, Ғайсар!

Әле уҡыуҙа ла һынатмаҫ, тип ышанабыҙ. Уҡытыусыһы – Нурзиә Фәрит ҡыҙы Ырыҫҡужина. Ғайсар ғаиләлә – икенсе бала, апайҙары Ынйы менән Рушана IV синыфҡа бараcаҡ. Ҡустыһы Ғәфүргә - 5 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.

Бар яҡтан өлгөр малай пластилиндан һындар әүәләү менән мауыға. Каратэ секцияһына ла йөрөй. Шиғыр, әкиәт һөйләү конкурстарында ла бик әүҙем ҡатнаша икән. Әйткәндәй, Ғайсарға гәзит-бүләкте өләсәһе Зифа Сәғәҙей ҡыҙы Әлибаева эшләгән. Афарин!

Аҡ юл һиңә, Ғайсар!

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әле гәзит-журналдарға 2024 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу дауам итә. "Йәншишмә" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап гәзит уҡыусылары араһында "БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ" конкурсын ойоштора.

Бының өсөн конкурсҡа тәҡдим итеүсе (ата-әсәһе, олатаһы, өләсәһе, туғаны, уҡытыусыһы) «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға яҙҙырып, бүләк итә. Аҙаҡ яҙылыу квитанция күсермәһен һәм беренсегә барыусы бала тураһында мәғлүмәт ебәрә. Сифатлы фотоһы ла булыуы мотлаҡ. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы https://vk.com/club45440006 төркөмөбөҙҙә булмаһа, мотлаҡ ҡушылырға кәрәк.

Бәйгелә иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырыласаҡ!

Һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ, дуҫтар!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас